Новости
18 Сентябрь 2019, 06:15

Иң матур ауылдар исемлегендә Ямғырсы ауылы ла бар

“Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы – 2019” конкурсы финалсылары асыҡланды.

Конкурста барыһы 48 ауыл ҡатнашырға теләк белдергән. Улар араһында беҙҙеңт райондан Ямғырсы ауылы ла булды. Ауылдар раҫланған положение буйынса баһаланып, икенсе турға иң яҡшы 10 ауыл һайлап алынды. Шуныһы ҡыуаныслы, Ямғырсы ауылы һайлап алыу турын үтеп, “Башҡортостан Республикаһының иң матур 10 ауылы” исемлегенә инде. Ямғырсылар төп приз өсөн артабан да көс һынашасаҡ. Икенсе этап 1-20 сентябрендә уҙасаҡ. Унда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында финалсылар тураһында видеояҙма күрһәтелеп, тамашасылар тауыш биреүе ойоштороласаҡ. ... I урын яулаусы ауылда «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы — 2019» яҙыулы стела ҡуйыласаҡ.
Читайте нас