«Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам» милли проектына илдең 30 төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандан 266 ойошма инә. Бынан алда «Башинформ» рәсәйҙәрҙең күбеһе «дүрт көнлөккә» күсеүҙе хупламауы тураһында хәбәр иткәйне. Ә Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков эш хаҡы кимәлен һаҡлап ҡалған осраҡта ғына был яңылыҡты индерергә мөмкин булыуын билдәләне.