14 сентябрҙә иртә менән Ағиҙелгә балыҡ ҡармаҡларға киткән Венеция ауылы пенсионерының әйләнеп ҡайтмауы билдәле була. Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте шунда уҡ эҙләү эштәрен ойоштора. Баҡһаң, ирҙе көслө ағым ағыҙып алып киткән.
“Үҙ аллы сыға алмаҫ инем, хәлдән тайғайным”, – ти Дүртөйлө районында йәшәгән ир, бәләнән ҡотола алғанына ҡыуанып.
Ярай әле, барыһы ла уңышлы тамамланған. Баймаҡ районындағы быйылғы фажиғәле хәл күптәрҙе тетрәндерҙе бит. Оло һыу һаҡ булыуҙы ярата, һиҙгерлекте юғалтмайыҡ.