Новости
16 Сентябрь 2019, 06:17

Төш менән өн ҡушылһа...

Донъяла ниндәй генә ғәжәп хәлдәр булмай.

Сан-Диегола бер ҡатын, талаусыларҙан ҡасам тип, бриллиант ташлы никах балдағын йотҡан. Иң аяныслыһы шунда: был талауҙы ул... төшөндә күргән.


29 йәшлек Дженна Эванс ҙур тиҙлекле поезда китеп барған. Тынғыһыҙ юлда ул насар төш күргән, "талаусылар”ҙан ҡотолам тип, ҡулындағы балдағын йоҡо аралаш ауыҙына тыҡҡан һәм йотоп та ебәргән.


Иртән ни булғанын аңлағас, ҡатын табиптарға йүнәлгән. Дженнаға рентген яһағандар, унан гастроэнтеролог ярҙамында балдаҡты ашҡаҙандан сығарғандар.


Был хәл тураһында ҡатын социаль селтәрҙә яҙып сыҡҡас, уның хәлен аңлаусылар, шулай уҡ ғәжәп хәлдәр менән бүлешеүселәр күбәйгән.
Читайте нас