Новости
16 Сентябрь 2019, 06:19

Машка ниңә һауҙырмай?

Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыровтың йәмәғәте рус милләтенән булыуы күптәргә мәғлүмдер. Бер мәл йырсы ауылға кәләшен күрһәтергә алып ҡайта.

"Беҙҙең яҡта һыйырҙарға – Машка, үгеҙҙәргә Мишка тип исем ҡушалар. Атайым өйҙәгеләрҙе: "Киленегеҙ үпкәләр, һыйырға берүк Машка тип әйтә ҡуймағыҙ", – тип киҫәтеп ҡуя. Бына әсәйем һыйыр һауырға сыға, ә ул икенсе исемгә әйләнеп тә ҡарамай, һауырға яҡын да килтермәй. Шунан кәләшемә ысынбарлыҡты аңлатырға тура килде", – ти йырсы.


Һәүкәш үҙ исемен ишеткәс, ни эшләгән тиһегеҙме? Ул көндә һөттө хатта күберәк тә биргән, ти. Хайуандарға ла үҙ исеме ҡәҙерле.
Читайте нас