Һигеҙ ай буйы сабыйын йөрәк аҫтында йөрөтөп, уның барлығын нисек һиҙмәгәндер... Өс килограмлыҡ малайҙы өләсәһе тәү башлап ҡулға ала. Сабый илай башлағас ҡына уның башына ашығыс ярҙам саҡырыу уйы килә.
Табиптар ҡатындың хәлен яҡшыртыу маҡсатында терапия саралары үткәргәндән һуң икеһен дә дауаханаға алып китәләр. Оҙаҡламай өйҙәренә оҙатасаҡтар, сәләмәтлектәре яҡшы, ти Төмән табиптары.