Новости
16 Сентябрь 2019, 08:30

Бер быуатлыҡ юбилейға – тарихи бүләк

Үткән аҙнала Өфө ҡалаһы тарихының музейы асылды. Ул Ленин урамының 72-се йортонда урынлашҡан.

Музейҙа “Боронғо Өфө”, “Дворяндар, сауҙагәрҙәр Өфөһө”, “Совет, хәҙерге заман Өфөһө” тип аталған тарихи экспозициялар эшләй. Уның директоры Тимур Ильясов әйтеүенсә, музей - күптән көтөлгән тарихи ваҡиға.

“Музейға килеүселәр бында тарих менән бөгөнгө көн тоташыуын, үткәндәр менән заман йәнәш атлауын тоясаҡ. Тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар күп”, - ти Тимур Ильясов.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас