Новости
15 Сентябрь 2019, 14:17

Ике йәйәүле һәм бер водитель...

Кисә республика юлдарында 13 автомобиль аварияһы теркәлгән. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уларҙа өс кеше һәләк булған, 17-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Ауырғазы районының Талбазы ауылында "ВАЗ-2104" автомобиленең 32 йәшлек водителе йәйәүлеләр үткәүелендә 74 йәшлек пенсионер ирҙе тапата. Оло кеше дауаханаға китеп барған ерҙә йән бирә.


Ошоноң кеүек үк фажиғә Салауат ҡалаһында ла була. 28 йәшлек водитель "Киа Рио" автомобилендә 62 йәшлек ҡатынды тапата. Пенсионер йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнмәгән урындан сығып барған була. Ул ваҡиға урынында йән бирә.


Водитель һәләк булған авария Ҡалтасы районында теркәлә. Иҫке Ҡалтасы ауылында 38 йәшлек Пермь крайы кешеһе "КамАЗ" йөк машинаһында юлдан оса. Ул табиптар килгәнсе йән бирә.


Юлдар яу яланы түгел. Ни бары бер урындан икенсеһенә барып етеү сараһы ғына. Юлға сыҡтыҡ икән, үҙебеҙҙе лә, башҡаларҙы ла уйларға, хәүефһеҙлек хаҡында онотмаҫҡа тейешбеҙ. Бөтәбеҙҙе лә өйҙә өҙөлөп көтәләр!
Читайте нас