Новости
15 Сентябрь 2019, 14:21

Өфө аэропортында – көтөлмәгән бүләк!

Линар Ишниязов ғаиләһен – ҡатыны һәм өс улын Геленджиктан эйәртеп алып ҡайтыуға, үҙен ниндәй көтөлмәгән сюрприз һағалағанын белмәй әле.

Өфө аэропорты үҙенең 2,5 миллионынсы пассажирын ҡолас йәйеп ҡаршылай.


“Бик күңелле ваҡиға булды ул. Бөтәбеҙҙе лә бүләктәр менән ҡаршы алдылар. Юбиляр пассажир булырмын тип кем уйлаған?”– ти ғаилә башлығы.


Бүләккә аэропорттың бизнес залында хеҙмәтләндерелеү өсөн сертификат тапшырғандар. Ә «ЮВТАэро» компанияһы теләгән йүнәлешкә ике билет бүләк иткән.
Читайте нас