Новости
14 Сентября 2019, 03:31

Йөрәгемде ярып сыҡҡан балам...

Билдәле алып барыусы Земфира Байбулдина үҙенең тормошо менән социаль селтәрҙә һәр саҡ ихлас уртаҡлаша.

Бөгөн ул иртәнсәк өсөнсө балалары Сафияны тыуған көнө менән ҡотлаған. Билдәле булыуынса, ҡыҙ сирле тыуа, ғаилә уны матур итеп ҡарай. Әле лә яҙманы уҡып сыҡҡас, Земфира Байбулдина менән Рәдиф Зариповтың ни тиклем бала йәнле, оло йөрәкле булыуына тағы бер ҡат һоҡландым.


"Йөрәгемде ярып сыҡҡан баламдың бөгөн тыуған көнө! Акушер ҡатын мине маҡтап, "вот мамаша, ты сама как акушерка, можешь всех учить как рожать" тип көлдөрөп баламды күкрәгемә һалды. Эй еңел таптым уны! Мине йонсотманы, илатманы, ҡысҡыртманы... Ул мәлдә уның диагнозын бер кем дә белмәй ине. Эй, шатлыҡтың сиге юҡ ине! Рәдиф бала тыуыу менән акушерға күстәнәстәр тапшырып, табиптарҙы юхалап беҙҙең янға керҙе. Сафияны ҡарап, вот уҫал булмаҡсы, тип ҡарап ултырҙы, ныҡ йөҙө етди ине. Тик иртәгәһенә генә, табиптар йүгерешергә тотонғас, нимәлер бар, тип уйлай башланым, тик күңел барыһы ла яҡшы булырына өмөт итә ине. Баламдың киләсәген ул ваҡытта бик күҙ алдына килтермәй инем, ләкин өмөт бар ине.


Хәҙер шөкөр, барыһы ла үҙ яйы менән бара! Өйҙә беҙҙең үҙебеҙҙең Ҡояш бар! Яҡты, йылы, шаян, шуҡ, үҙ һүҙле, сабыр, бирешмәҫ Сафиябыҙ бар! Уны ҡотлай алаһығыҙ, Сафияға 7 йәш", – тип яҙҙы Земфира.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас