Новости
14 Сентябрь 2019, 03:15

"Улын хатта ерләшергә лә килмәне"

Аҙна башында баш ҡалала булған ҡурҡыныс авария тураһында яҙғайныҡ инде. Унда иҫерек атаһының машинаһына ултырып барған ете йәшлек малай һәләк булғайны. Кисә уны ерләнеләр, ә ғәйепле атаһы хатта ерләшергә лә килмәгән.

Ир менән ҡатын әллә ҡасан айырылышҡан булған. Ике 11 йәшлек игеҙәк малайҙар һәм ете йәшлек Азат (исеме үҙгәртеп алынды) әсәһе менән йәшәгән. Бала атаһын, олатаһын бик яратһа ла, улар йыш осрашмаған. Эсергә яратҡан иргә улын биреп ебәреү теләге лә булмағандыр шул әсәлә. Тик бала ныҡ һорағас, ебәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул көндә үлемесле авария була ла. Иҫерек атай Азатҡа хатта хәүефһеҙлек ҡайышын да эләктермәй...


Кисә малайҙы ҡуйҙылар. Ҡайғы менән бөткән әсәгә таныштары, туғандары, Азат уҡыған мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары ярҙам иткән. Баланы һуңғы юлға лайыҡлы оҙатҡандар.


Ә бына ғәйепле атай кеше балаһын ерләргә лә килмәй, аҡса менән дә ярҙам итмәй. Уның яғынан туғандары ла күренмәй зыяратта. Юҡ, ир шок хәлендә лә түгел, әллә ни ҡайғырмай ҙа тиҙәр. Ул хатта үҙен ғәйепле тип тә һанамай икән. Ни бары төрмәгә ултырыуҙан ҡурҡа...


Меҫкен әсә һаман шок хәлендә. Таныштары белдереүенсә, йә түгелеп илай, йә шарҡылдап көлә. Игеҙәк малайҙар ҙа бик көйә, туғандары өсөн әсенә. Ә кемдер атай кешегә шылтыратҡас, ни бары иҫерек тауышын ғына ишеткән...Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас