Шумахер 2013 йылдың декабрендә Францияла саңғы менән шыуғанда етди зыян күрә. Ете тапҡыр донъя чемпионының баш мейеһе йәрәхәтләнә: ике ярымшарына ла зыян килгән һәм ҡан һауған була.
Шумахерҙы һауыҡтырыуҙы 69 йәшлек профессор Филипп Менаше үҙ иңенә ала. Ул – баш мейеһен дауалау буйынса күптән танылыу яулаған белгес.
Чемпионға күп тапҡыр операция яһағандар, әле ул, алда әйтелгәнсә, команан сыҡҡан.Башҡортостан гәзитенән.