Стэрлебаш шишмэлере
+24 °С
Ямғыр
Новости
14 Сентябрь 2019, 03:24
Эскән килеш "тимер ат"ҡа атланмаҡсы була
Төндә була был хәл. Учалы ҡалаһының бер ихатаһында полицияның патруль-пост хеҙмәткәрҙәре йәш ирҙең ниңәлер ВАЗ-2106 автомобиле эсендә ултырғанына иғтибар итә.
Уның ҡулында документтары булмай сыға. Тикшерә башлағас, түбәндәге асыҡлана: райондың бер ауылында йәшәгән 25 йәшлек кешегә төнөн һәм эскән килеш өйөнә ҡайтырға кәрәк була. Тиҙерәк барып етеү өсөн сит машинаны ҡыуып алып китергә ҡарар итә.
Маҡсатына өлгәшә алманы, уға енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ә автомобилдең хужаһы “тимер атһыҙ” ҡала яҙғаны тураһында полиция хәбәр иткәс кенә белеп ҡала – татлы йоҡоға бирелгән була.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"