Әле ҡәрҙәшебеҙгә сит ил авиакомпанияларынан эш тәҡдим итә башлағандар. Шуларҙың иң төшөмлөһө – “Ғәрәп авиалиниялары”нан. Унда капитандың хеҙмәт хаҡы беҙҙәгенән биш тапҡырға юғарыраҡ буласаҡ, етмәһә, ул һирәгерәк осасаҡ. Тимәк, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә эшкә барырға ризалашһа, Дамир айына миллион һумдан күберәк аҡса аласаҡ.