Тантанаға барыһы ла әҙер. Туй күлдәген билдәле Израиль модельеры Galia Lahav теккән, уның уртаса хаҡы 7500-ҙән 15000 долларға тиклем тора. Gala туй күлдәктәре буйынса танылған белгес, ул донъяның иң билдәле шәхестәре заказдары буйынса эшләй. Әйткәндәй, күлдәк өсөн Ксения бер тин дә түләмәйәсәк – Bosco компанияһы уны үҙ әйберҙәренә бартер менән алмаштырып аласаҡ.
Ксения Анатольевнаға күлдәкте шәхси стилисы Елена Бессонова һайлаған. Тантана “Петровский пассаж” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә, Мәскәҙә үтәсәк, 300-гә яҡын ҡунаҡ саҡырылған.