Новости
12 Сентябрь 2019, 08:41

Дүрт кеше реанимацияға эләккән

Өфөлә 15 кеше шаурма ашап ағыуланған, дүртәүһе ауыр хәлдә.

Ағыуланыусылар араһында бәлиғ булмағандар ҙа бар. Шуныһы билдәле: уларҙы Сипайлово биҫтәһендәге кибеттә яһап һатҡандар. Етмәһә, кибеттә шәхси эшҡыуар тигән документтар ҙа юҡ. Ашнаҡсыһы ҡулға алынған, ул – яҡын көнсығыштан килгән әҙәм. Әлеге мәлдә Роспотребнадзор эпидтикшереү алып бара, һөҙөмтәләр буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк.
Читайте нас