Новости
12 Сентябрь 2019, 08:39

Бер мин генә ауырыйым икән тиһәм

Ауылға ялға ҡайттыҡ. Таныштарыбыҙ ҡунаҡҡа килде. Бер аҙ һөйләшеп ултырғас, иртәгә кире Өфөгә ҡуҙғалырға кәрәклеген әйттек.

– Үҙегеҙ отпускыла тип әйтәһегеҙ, ни эшләп ҡабаланаһығыҙ? – тине дуҫымдың ҡатыны Гөлсөм. - Әҙерәк тора бирһәгеҙ, бергәләп урманға сығып килер инек.
– Ял мәлендә поликлиникаға йөрөп ҡалырға кәрәк, – тине ҡатыным. – Әллә ни эшләп аяғым һыҙлай, тикшерелеп алаһы ине.
– Минең дә һуңғы ваҡытта аяҡ ауырта, әллә ҡартайыла инде, – тип ҡушылам мин дә.
Шул саҡ беҙҙе тыңлап ултырған Гөлсөмдөң йөҙөндә мут йылмайыу сатҡылары күренде.
– Ниңә көләһең?
– Минең дә аяғым һыҙлап яфалай, һеҙ һөйләгәс, рәхәт булып китте, бер минеке генә ауырта икән тиһәм.

Читайте нас