Новости
11 Сентябрь 2019, 12:19

WhatsApp аша... бала һаталар

Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре мессенджер аша бала менән сауҙа итергә тырышыу осрағын теркәгән. Был хаҡта Мәскәүҙең Тәфтиш комитеты хәбәр иткән.

Хәл асыҡ чаттарҙың береһендә булған, һатыуға ҡуйылған баланың фотоһын да тәҡдим иткәндәр. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл тураһында битараф бумаған бер граждан хәбәр иткән. Әйтеүенсә, августа мобиль ҡушымталарҙың береһендәге “Реклама онлайн” төркөмөнә бала һатыу тураһында биш иғлан килгән.


“Реклама онлайн” төркөмөндә ҡулланыусылар хеҙмәт һәм тауарҙар тураһындағы мәғлүмәт менән алмаша, уларҙы тәҡдим итә. Унда администратор саҡырыуы буйынса теләһә кем инә ала.

Әлеге ваҡытта төркөмдөң августағы иғландары юйылған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү алып бара, хәл асыҡлана.
Читайте нас