Новости
11 Сентябрь 2019, 06:07

Телен һаҡлау өсөн үҙ-үҙенә ут төрткән

“Иртәгә минең телемде онотһалар, мин бөгөн үлергә әҙер”. Билдәле шағир Рәсүл Ғамзатовтың шиғырынан ошо юлдарҙы плакатка күсереп яҙған ир үҙ-үҙенә ут төрткән. Был хәл бөгөн иртән Удмуртияла була.

Был аҙымға атҡаҙанған фән эшмәкәре, философ, социолог һәм доцент, удмурт теле өсөн көрәшеүсе Альберт Разин тигән кеше барған. Ул удмурт балалары үҙ телен белһен, уҡыһын тип көрәшә икән.


Ир иртәнсәк Удмуртияның Дәүләт советы бинаһы янына плакат тотоп сыҡҡан. Туған телен яҡлаусы әүҙемсе электән туған телгә бәйле проблемаға ҡаршы көрәшә икән. Тик, ни эшләптер, был юлы ул ҡурҡыныс аҙымға бара һәм үҙ-үҙенә бензин ҡойоп, ут төртә.


Быны күреп ҡалған водителдәр утты һүндерергә тырыша ла бит, тик, күрәһең, хәлде тағы киҫкенләштерәләр – Альберт Разин нығыраҡ янып китә. Ун биш минуттан килеп еткән “Ашығыс ярҙам” машинаһы уны ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға алып киткән.


Әле ирҙең хәле бик ауыр тиҙәр. Ҡайһы бер сығанаҡтар уны үлгән тип тә яҙа. Хәлде тикшереү башланған.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас