Новости
11 Сентябрь 2019, 12:18

Тағын чупакабра килгәнме әллә?

Ниндәйҙер билдәле булмаған йәнлек Благовещен районында йорт ҡуяндары менән ҡош-ҡортто ҡырған. Был турала зыян күргән ҡатын хәбәр итә.

Уның һүҙҙәре буйынса, ниндәйҙер хайуан 9 сентябрҙә 20 тауығын, ә быға тиклем - 19 августа 14 ҡуянын үлтергән.

“Кемдең йорт малдары бар – иғтибарлыраҡ булығыҙ. Төндә чупакабра йөрөй һәм йәнлектәрҙең ҡанын һура. Ауыҙы бик ҙур икәне тойола, – ти ҡатын. – Минең ҡуяндарымды быуған һәм ҡанын эскән”.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был Башҡортостанда теркәлгән тәүге осраҡ түгел. Йәй көнө, мәҫәлән, Бәләбәй районында шундай уҡ билдәһеҙ януар унлап тауыҡты һәм үрҙәкте быуып сыҡҡайны.

Читайте нас