Новости
11 Сентябрь 2019, 06:00

Кемдең ҡамсы татығыһы килә?

Бер нисә йыл инде "Ата юлы" сектаһы менән көрәшәләр. Был ағым Ҡаҙағстанда барлыҡҡа килеп, "Урҙа" атамаһы менән дә билдәле. 2009 йылда был ойошманың эшмәкәрлеге законһыҙ тип танылды.

Суд приставтары даими рәүештә был сектаның филиалдарын яба. Әммә улар, бәшмәк кеүек, барлыҡҡа килеп тора. Әле лә Өфөлә шундай бер фатирҙы барып баҫтылар. Унда "Урҙа" сектанттары үҙҙәренең йолаларын башҡарған.

Сектаны кеше сәләмәтлеге өсөн зыянлы тип таптылар. Унда медицина белеме булмаған белемселәр, йәнәһе, кешеләрҙе дауалай. Уларҙы ағыулы үлән төтөнө менән ыҫлайҙар, имеш, изге һыу эсерәләр, ҡамсы менән һуҡтыралар. Сектанттар шулай уҡ психологик баҫым яһап, ҡорбандарҙан һауығыу өсөн ҙур суммала аҡса "һауа".Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас