Бер сама байрам иткәндән һуң өйгә таралышыр ваҡыт етә. Тик ҡыҙыҡайҙы кире илтеп ҡуйырға ялҡауҙары килә лә ҡуя. Китә бәхәс – һин алып бар, ул алып барһын... Шул саҡ береһенең башына бик елле уй килә. Һөҙөмтәлә күмәкләшеп яңы ғына армиянан ҡайтҡан Шәфҡәттең өйөнә юл тоталар, уны тышҡа саҡырып сығаралар.
“Бына һиңә кәләш таптыҡ”, – тиҙәр, күҙенә ҡарап.
Егет быға әллә ни иҫе китмәй генә, әллә ысын, әллә юрамал:
“Ниңә, бик һәйбәт булған, – яуаплай. – Барыбер бер кәләш алырға кәрәк бит”.
Шулай итеп, Шәфҡәт анһат ҡына кәләшле була ла ҡуя. Хәҙер тупылдап дүрт малайҙары үҫеп килә.