Новости
9 Сентябрь 2019, 04:07

Өйҙән сыға алмаһалар ҙа...

Район үҙәге Саҡмағош ауылының 3257-се һайлау участкаһында өйгә килеп гражданлыҡ бурысын башҡарырға ярҙам итеүҙәрен үтенгәндәр байтаҡ булған.


Бөтәһе 42 ғариза тапшырылған. Уларҙың сәләмәтлеге шәптән түгел. Комиссия ағзалары Зилә Солтангәрәева менән Илмира Шәйҙуллина Төҙөүселәр урамындағы күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән өлкән кешеләрҙең өйөнә барҙы.


Нәфисә Әрдисламова менән Рида Батырова республика һәм район киләсәген билдәләүгә үҙ фекерен белдерергә мөмкинлек биргән өсөн комиссия ағзаларына рәхмәт әйтте.
Читайте нас