Новости
9 Сентября 2019, 10:42

Кем беренсе килә?

Әлеге минуттарҙа һайлау бюллетендәренең 90,71 проценты эшкәртелгән. ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 81,97 процент тауыш менән алда бара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Икенсе урында КПРФ партияһынан Юнир Ҡотлоғужин. Уның өсөн һайлаусыларҙың 6,87 проценты тауыш биргән. Артабан ЛДПР-ҙан Иван Сухарев (4,62 процент) килә. “Яблоко” партияһынан Зөлфиә Ғайсина – 1,51 процент, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән Юрий Игнатьев – 1,23, “Рәсәй патриоттары” партияһынан Рәфис Ҡадиров – 1,1, “Гражданлыҡ көсө” лидеры Владимир Барабаш – 0,97 һәм “Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн” партияһынан Владимир Кобзев 0,82 процент тауыш йыйған.
Читайте нас