Бер күнекмә эшләгәндән һуң уға ҡыйын булып китә, күҙ алдары ҡараңғылана, ул иҫен юғалта. Һөҙөмтәлә уның сығышын туҡтатырға мәжбүр булалар. Александра артабан донъя чемпионатында сығышын дауам итә алырмы-юҡмы, быны Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Ирина Винер-Усманова хәл итергә тейеш. Әлбиттә, спортсы ҡыҙҙың төшөп ҡалғыһы килмәй, тик барыһы ла тренер ҡарамағында.