Ҡатнаш көрәш буйынса титуллы чемпиондар - Шамил Йәмилов, Ян Туҡтамышев, Руслан Йәнбирҙин дәртле музыкаға ҡушылып, күнегеүҙәр күрһәтте.
Унда ҡатнашырға балалар ғына түгел, ә уларҙың ата-әсәләре, өләсәйҙәре һәм олатайҙары ла килгәйне. Барыһы ла бихисап ыңғай тәьҫораттар, яҡшы кәйеф һәм киләһе аҙнаға етерлек дәрт-дарман алды.
Көрәшселәр сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға: эсмәҫкә, тартмаҫҡа, спорт менән шөғөлләнергә әйҙәне!
Сара байрам концерты менән тамамланды.