Новости
8 Сентябрь 2019, 05:10

Стәрлебаштар үҙ районын Өфөлә күрһәтәсәк

10 сентябрҙә Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт филармонияһында "Башҡортостан тарихы биттәренән" фестиваль-марафоны даирәһендә Стәрлебаш районы презентацияһы була.

Унда район вәкилдәре Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланғпн иң яҡшы ижади коллективтарҙың ҙур концерт программаһын күрһәтәсәк. Шулай уҡ филармонияның колонна залында район предприятиеларының күргәҙмә-презентацияһы һәм ҡул оҫталарының эштәре күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Яҡташтарыбыҙҙы тыуған район вәкилдәре менән осрашыуға саҡырабыҙ.

Инеү бушлай. Киске сәғәт 7-лә башлана.

Ойоштороу комитеты.
Читайте нас