Эш төркөмө составында: Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Михаил Федотов, Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Олег Ғәлин, «Рәсәйҙең Юристар ассоциацияһы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Вероника Андренко, «Рәсәй һайлай» йәмәғәт хәрәкәте вәкиле Зарина Ғәзизова, «Таҙа һайлау өсөн» корпусы» хәрәкәте вәкиле Алексей Старцев, «Тауыш» һайлаусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау хәрәкәте етәксеһе Ринат Факиев, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы вәкиле Марсель Сәлимов.
161-се лицей биләмәһендә урынлашҡан 3454-се, 3455-се һәм 29-сы һайлау участкаларын тикшереү барышында хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланманы. Иртәнән партияларҙан йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән.