Исемлектәр буйынса 22461 кеше һайлау хоҡуғына эйә. Шулай уҡ, бында 18-се Һабай һайлау округы буйынса Бүздәк муниципаль районы Советына өҫтәмә рәүештә депутат һайланасаҡ. 12 ауыл биләмәһенең һайланма органдарындағы 125 урынға иһә 200 кандидат теркәлгән.
Район үҙәгендәге өс ҙур һайлау участкаларындағы тауыштар һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы – КОИБ-тар ярҙамында иҫәпләнәсәк.
Берҙәм һайлау көнө халыҡ өсөн ойошторолған матур саралар менән ҡушылып барасаҡ. Мәҫәлән, бөгөн Бүздәк район мәҙәниәт йортонда (унда иң ҙур участкаларҙың береһе урынлашҡан) “Көҙ бүләктәре” тип аталған байрам үтә. Урындағы халыҡ иртәнән билдәле шәхес менән бергәләп зарядка яһаясаҡ; сәскәләрҙән композициялар, ҡышҡылыҡҡа төрлө салаттар һәм тәмлекәстәр яһарға өйрәнәсәк. “Иң матур өҫтәл”, “Үҙенсәлекле букет”, “Сағыу таж”, “Сәскәле костюм” номинациялары буйынса күркәм бәйгеләр, балаларға викторина уҙғарыу күҙаллана, урындағы сәхнә оҫталары концерт та әҙерләгән. Ғөмүмән, байрам саралары һәр ауылдың мәҙәнәит йортонда ойошторолған.
Унан тыш, бөгөн халыҡты шәхси һорауҙары буйынса Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рида Собханғолова ҡабул итәсәк. Райондың медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре лә теләгәндәрҙе сәләмәтлеккә бәйле консультацияларға саҡыра.
Бүздәк ауылының 1-се мәктәбендә уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн “Һаулыҡ көнө”; 2-се мәктәптә “Күңелле старт” саралары ойошторолған. Бында балалар һәм әүҙем өлкәндәр волейбол, баскетбол буйынса көс һынашасаҡ, ә теләгәндәр социаль педагогтарға, психологҡа төрлө һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итә ала.
Таулар ауыл мәҙәниәт йортонда иһә документаль фильм күрһәтеләсәк. Ул урындағы “Алға” колхозының тарихына бағышланған.