Новости
8 Сентябрь 2019, 07:00

8 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә - йәрминкә, концерт һәм "Йондоҙ менән зарядка"

8 сентябрҙә район халҡы Башҡортостан Республикаһы Башлығын, ауыл биләмәләре Советтары депутаттарын һайлаясаҡ. Изге традицияға ярашлы, ошо әһәмиәтле сәйәси ваҡиғала райондың үҙешмәкәр артистары ла әүҙем ҡатнашасаҡ.

Үҙ участкаларында тауыш биргәндән һуң, улар ихлас, дәртле концерт номерҙары менән һайлаусыларҙың күңелен күтәрәсәк. Рөстәм Ғәлиев, Ғөлйөҙөм Сәйепова, Гөлфизә Хәйруллиналар составында агитбригада Стәрлебаш, Первомайский, Мортаҙа һәм Ибраҡай ауылдарындағы бөтә участка һайлау комиссияларына барасаҡ. Ошо уҡ көндә райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә Уңыш байрамы була, улар 11.00 сәғәттә башлана. Теләгән һәр кем көҙгө йәрминкә-күргәҙмәләргә барып, милли аш-һыу һәм эсемлектәрҙән ауыҙ итә, үҙенсәлекле йәшелсәләр конкурсында, ҡышҡылыҡҡа аш-һыу әҙерләү мастер-кластарында ҡатнаша, ижади коллективтарҙың сығыштарын ҡарай ала. Стәрлебаштарҙы 8 сентябрҙә һайлау участкаларына ғына түгел, мәҙәни-киң күләмле сараларға ла саҡырабыҙ!


Шулай уҡ 8 сентябрҙә район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда 11.00 сәғәттә «Йондоҙ менән зарядка» акцияһы була.
Зарядканы билдәле яҡташтарыбыҙ: Европа чемпионатының бронза призеры, панкратион буйынса ил чемпионы призеры, ҡатнаш көрәш буйынса Рәсәй чемпионы, грепплинг һәм самбо буйынса Волга буйы федераль округы чемпионы, самбо, ҡатнаш көрәш буйынса спорт мастеры Шамил Йәмилов; ҡатнаш көрәш, грепплинг һәм панкратион буйынса Башҡортостан чемпионы Ян Туҡтамышев, шулай уҡ профессионалдар араһында ҡағиҙәләрһеҙ көрәш буйынса БДБ чемпоны һәм 2017 йылда Башҡоростан Республикаһының спорт көрәше буйынса иң яҡшы тренеры Руслан Йәнбирҙин алып барасаҡ.
Унда барыһын да ҡатнашырға саҡырабыҙ!!!
Читайте нас