Новости
7 Сентябрь 2019, 04:01

Владимир Путин: “Донъяла бынан да күркәмерәк ерҙе күргәнем юҡ”

Бөгөн Көнсығыш иҡтисади форумы нигеҙендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Алыҫ Көнсығышты үҫтереү мәсьәләләре буйынса йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты.

Сарала ҡатнашыусыларҙың береһе – вулканолог һәм уҡытыусы, “Вулканариум” Камчатка мәҙәни-ағартыу үҙәгенә нигеҙ һалыусы Сергей Самойленко ойошманың эше тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ социаль эшҡыуарлыҡ тураһындағы законды телгә алды, урындағы вулкандар музейына ярҙам күрһәтеүҙе үтенде.

“Камчатка – беҙҙең гәүһәребеҙ, тәбиғи ҡурсаулығыбыҙ. Донъяла Камчатканан да күркәмерәк ерҙе күргәнем юҡ”, – тине Владимир Путин.

Президент һәр төбәктә ошондай тәбиғи музей асыу идеяһын хупланы. “Башҡарған эшегеҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Изге ниәттәр менән янып-көйәһегеҙ, һеҙгә көнләшергә мөмкин”, – тине ил башлығы.

#ВладимирПутин

Читайте нас