Новости
7 Сентябрь 2019, 16:34

Ҡустыларымды табырға ярҙам итһәгеҙсе!

Силәбенән 20 йәшлек Виктория ике туған ҡустылары Иван менән Михаил Баймөхәмәтовтарҙы эҙләй.

Улар Үрге Өпәле ҡалаһында тыуған. 2004 йылда әсәләре Алена (1976 йылғы) йөрәк өйәнәгенән вафат булғас, малайҙар бер нисә йыл балалар йортонда йәшәй. Һуңынан үҙҙәрен, 2007 йылдарҙа булһа кәрәк, Башҡортостандан бер ғаилә тәрбиәгә ала.


“Ҡустыларымдың фамилияһын үҙгәртеүҙәре ихтимал. Бәлки, улар бәләкәй саҡта өләсәйҙә ҡунаҡта булғандарын иҫләйҙер. Беҙ яҡыныбыҙҙың йогуртын, печеньеларын ярата торғайныҡ, – ти Виктория. – Бәлки, ҡустыларым өләсәй менән олатайҙы хәтерләйҙер. Өләсәйем Ғәлиә Таир ҡыҙы булһа, олатайым – Минхәт Януар улы Баймөхәмәтовтар. Олатайҙы урыҫсалап Максим тип йөрөтәләр ине”.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ustylarymdy-tabyr-a-yar-am-it-ge-se/
Читайте нас