Новости
7 Сентября 2019, 15:45

Әбйәлилгә Дания таналары килтерелде

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әбйәлил районының “Красная Башкирия” хужалығының Һамар ауылында республикала тәүге роботлаштырылған ферма сафҡа инде.

Ошо көндәрҙә Даниянан таналар килтерелде. Уларҙы роботтар һауасаҡ. Махсус мал ташыған ике яруслы һигеҙ фургонда 265 баш таҙа голштин тоҡомло мал Әбйәлил еренә имен-һау аяҡ баҫты. Юлда килеү ваҡыты биш тәүлек дауам иткән.


“Европа буйлап килгәндә, уларҙы көнөнә бер машинанан төшөрөп ял иттереп, ашатып алдыҡ. Тик Рәсәйҙә ундай махсус урындар булмағанлыҡтан, бер ерҙә генә ашатырға мөмкин булды, — ти водителдәр. – Уның ҡарауы, машиналарҙа малға етерлек аҙыҡ, һыу запасы тупланған, күреүегеҙсә, бүлектәрҙә ашатыу, һыу эсереү яйланмалары бар”.


Әле сит ил “ҡунаҡтары” хужалыҡтың Озерный фермаһында тора, бер ай карантин билдәләнгән. Артабан малдар роботлаштырылған фермаға күсереләсәк.


Ҡасандыр районда ғына түгел, тотош республикала “Ноу-тилл” технологияһын тәүгеләрҙән файҙалана башлаған “Красная Башкирия” хужалығы малсылыҡ өлкәһендә лә төбәктә беренсе булып роботлаштырылған ферманы сафҡа индереп, тиҙҙән Дания һыйырҙарынан мул һөт һауып алырға иҫәп тота.

Читайте нас