Новости
7 Сентябрь 2019, 16:36

"Атайымды ҡотҡарығыҙ!"

Дыуан районында йәшәгән Сафиуллиндар ғаиләһенә ҙур бәлә килә. Улар битараф булмағандарҙан һәм Өфө табиптарынан ярҙам һорай. Барыһы тураһында ла ентекләберәк бәйән итәйек.

57 йәшлек ғаилә башлығы Ғәлимйән Сафиуллин геморрой сирен радиотулҡындар менән дауалау өсөн урындағы "Сәләмәтлек клиникаһы"на мөрәжәғәт итә. Иргә урында наркоз яһау өсөн лидокаин ҡаҙайҙар, һәм ҡапыл уның хәле насарлана. Анафилактик шок кисерә, йөрәге туҡтай һәм комаға китә...


Ирҙе "Ашығыс ярҙам"да Мәсәғүт район дауаханаһына алып баралар. Унда табиптар йөрәген "эшләтеп" ебәрә һәм яһалма тын алыу аппаратына тоташтыра.


Иртәгәһенә Ғәлимйән ағайҙың хәле бер аҙ яҡшыра: ул үҙаллы тын ала башлай, рефлекстары тергеҙелә. Уны аппараттан һүндерәләр. Тик барыбер ни сәбәптәндер үҙ-үҙенә килә алмай. Уға КТ, ЭГЭ эшләйҙәр, һәм мейеһенә ҡан һауыуы, шешенеүе асыҡлана. Төндә ағайҙың хәле йәнә хөртәйә, ҡан баҫымы төшә, рефлекстары юғала.


Ирҙең ҡатыны менән ҡыҙы уны Өфөгә күсертмәксе була, тик табиптар хәле насар, юлда үләсәк ти.

"Беҙҙең табиптар баш ҡала белгестәренә “уның хәле ауыр, йәшәмәйәсәк” тип кенә әйткән. Ә бер аҙға яҡшырыуы, үҙенең тын алыуы, рефлекстары һаҡланыуы тураһында өндәшмәгән. Атайыбыҙҙы юғалтҡыбыҙ килмәй! Уға ни бары 57 йәш кенә…" – ти ҡыҙы Миләүшә.


Ғаилә яҡынының ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн полицияға мөрәжәғәт итә. Эште тикшереү өсөн тәүге клиниканан документтар талап ителә. Унда барғас иһә, бөтөн документтарҙың, ирҙең унда булыуын дәлилләгән ҡағыҙҙарҙың юҡҡа сығыуы асыҡлана.


Хәҙер ғаилә ни эшләргә лә белмәй.


"Клиникала операция алдынан атайым менән һөйләшмәгәндәр, нимәгә аллергияһы барлығын асыҡламағандар, анализдар алмағандар. Ә атайым үҙенең лидокаинға аллергияһы булыуын белмәгән дә", – ти Миләүшә.


Ғаилә атаһын ҡотҡарыуҙа ярҙам һорай. Өфөгә күсерә алһалар, барыһы ла яҡшы булыр тип ышаналар. Ғәлимйән ағайға һауығыуын теләйбеҙ.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/atayymdy-ot-ary-y-/
Читайте нас