Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, грант, 2019 йылдан башлап, йыл һайын бүленә. Республика Хөкүмәтенә грант биреү тәртибен, комиссия составын, сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын раҫлау һәм уға бүленгән аҡсаны маҡсатлы файҙаланыуҙы контролдә тотоу бурысы йөкмәтелде.