Радий Фәрит улы иһә, "Инцидент" программаһы халыҡ менән эшләүҙә ярҙам итә, тигән ышаныс белдерҙе. "Ауыл хужалығына килгәндә, өлкәлә әллә ни үҫеш күҙәтелмәй. Шул уҡ ваҡытта һөт буйынса әле беҙ икенсе, әммә алдынғылыҡҡа сығасаҡбыҙ!", - тине республика етәксеһе.
Кандидаттар муниципалитет башлыҡтарының вазифаға халыҡ тарафынан һайлап ҡуйылыуын яҡланы.
Шулай уҡ 6 сентябрҙә финалы үтәсәк "Башҡортостан лидерҙары" конкурсына бәйле тема күтәрелде. Радий Хәбиров: "Күңел һалып эшләгән кешеләрҙе табырбыҙ, тип уйлайым. Беҙгә "әшнәлек" тигән төшөнсәнән ҡотолорға кәрәк", – тине.
Кандидат Рәфис Ҡадиров һүҙ биргәндәрен көтмәйенсә, урындан ҡысҡырыуын дауам итте. Алып барыусыларҙың һорауҙарына яуап бирмәне.Башҡортостан гәзитенән.