Новости
6 Сентябрь 2019, 06:22

"Халыҡ һайлауға килһен ине"

"Антидебаттар" тапшырыуында "Яблоко" партияһынан кандидат Зөлфиә Ғайсина ғәмәлдәге республика етәксеһенә алданған өлөшсөләргә, власть менән халыҡ араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нисек итеп һөҙөмтәле ойоштороуға ҡағылышлы һорау бирҙе.

"Өлөшсөләр буйынса иң ҙур мираҫ беҙҙә. Хоҡуғы боҙолған һәр кеше фатирын аласаҡ", – тине Радий Хәбиров. Уның әйтеүенсә, өлөшсөләр проблемаһы республика ҡаҙнаһы ярҙамында хәл ителәсәк. Зөлфиә Ғайсинаның фекеренсә, өлөшсөләргә лә, шул уҡ ваҡытта микрофинанс ойошмалары тоҙағына эләккәндәргә лә ярҙам итергә, тәфтиш органдары ярҙамында уларҙың эшмәкәрлегенә контроллек итергә кәрәк.

"Радий Фәрит улы, тапшырыуға килгәнгә үкенмәйһегеҙме?" – тип һораны алып барыусы республика етәксеһенән.

"Юҡ, үкенмәйем. Һорауҙар өсөн рәхмәт. Халыҡ һайлауға килһен ине. Күпселектең хуплауы, Рәсәй Хөкүмәтенә барғанда "Бар, Радий Хәбиров, республиканы күтәр!" тип әйткән ғәйәт ҙур һайлаусылар армияһының ярҙамын тойоу минең өсөн бик мөһим", – тине ул.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас