Новости
6 Сентябрь 2019, 08:15

Өфө менән Ҡазан араһында поезд йөрөй башлай

Ҡазан менән Өфө араһында тура тимер юл бәйләнеше тергеҙелә, тип хәбәр итә «Реальное время».

Маршрут 2019 йылдың 9 декабренән йөрөй башлай, тип яҙылған Рәсәй тимер юлдары теҙмәһендә. Ҡазандан Өфөгә — таҡ, ә кире йүнәлештә йоп көндәрҙә барып етергә мөмкин. Юлға 21 сәғәт тирәһе китә.
Ҡазан — Һамар, Мәскәү — Силәбе, Өфө — Санкт-Петербург, Һамар — Ҡазан поездарының күсеп ултырмай торған вагондары йөрөтә.
2017 йылда Өфөнән Ҡазанға тура поездар хәрәкәте файҙаһыҙ тип танылғайны.

Читайте нас