Новости
6 Сентябрь 2019, 06:27

Өфөлә КОИБ-тар булмаясаҡ. Ни өсөн?

Һайлау башланыуға бары өс көн ҡалды. Ошо айҡанлы Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы 8 сентябрҙәге Берҙәм һайлау көнөнә республиканың һайлау системаһының әҙерлегенә бағышланған матбуғат конференцияһын уҙғарҙы.Был көндә төбәктә 69 территориаль һәм 3434 участка һайлау комиссияһы, шул иҫәптән ваҡытлыса булған урындарҙа 37 комиссия эшләйәсәк.

– Һайлауҙа Өфөлә КОИБ-тар ҡулланылмаясаҡ, 225 комплекс башҡа ҡала-райондарҙағы һайлау участкаларында файҙаланыласаҡ. Был ҡарар урындарҙа һайлау асыҡ, ғәҙел үтһен, һайлау комиссияларына бюллетендәрҙе һанау еңелерәк булһын тигән маҡсатта ҡабул ителде. Өфөләге 410 һайлау участкаһында һәм 69 территориаль һайлау комиссияһында видеокүҙәтеү ойоштороласаҡ, – тине Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко.

Әйткәндәй, һайлау кампанияһы старт алғас, Үҙәк һайлау комиссияһында "ҡыҙыу бәйләнеш" телефоны даими эшләне. Унда бөтәһе 154 кеше мөрәжәғәт иткән, һорауҙарҙың 28-е республика Башлығын, 117-һе урындағы депутаттарҙы һайлауға ҡағылышлы булған.

Быйыл Мәскәүҙә булған 181 яҡташыбыҙ Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ҡатнашыу теләген белдереп, һанлы һайлау участкаһына ғариза биргән. Әйткәндәй, Мәскәүҙә Берҙәм һайлау көнөндә 30 һанлы һайлау участкаһы эшләйәсәк. Уларҙа ил буйынса уҙасаҡ 16 төбәк етәксеһен һәм дүрт төбәктә Дәүләт Думаһы депутатын һайлауҙа тауыш биреүҙә ҡатнашырға теләгән граждандар Конституцион бурысын үтәйәсәк.

Һайлау барышын 500-ҙән ашыу журналист, 100-ҙән ашыу киң мәғлүмәт сараһы күҙәтәсәк.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас