Новости
6 Сентября 2019, 07:10

Берҙәм тауыш биреү көнөндә - йәрминкә, концерт һәм күңел асыуҙар

8 сентябрҙә район халҡы Башҡортостан Республикаһы Башлығын, ауыл биләмәләре Советтары депутаттарын һайлаясаҡ. Изге традицияға ярашлы, ошо әһәмиәтле сәйәси ваҡиғала райондың үҙешмәкәр артистары ла әүҙем ҡатнашасаҡ.

Үҙ участкаларында тауыш биргәндән һуң, улар ихлас, дәртле концерт номерҙары менән һайлаусыларҙың күңелен күтәрәсәк. Рөстәм Ғәлиев, Ғөлйөҙөм Сәйепова, Гөлфизә Хәйруллиналар составында агитбригада Стәрлебаш, Первомайский, Мортаҙа һәм Ибраҡай ауылдарындағы бөтә участка һайлау комиссияларына барасаҡ. Ошо уҡ көндә райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә Уңыш байрамы була, улар 11.00 сәғәттә башлана. Теләгән һәр кем көҙгө йәрминкә-күргәҙмәләргә барып, милли аш-һыу һәм эсемлектәрҙән ауыҙ итә, үҙенсәлекле йәшелсәләр конкурсында, ҡышҡылыҡҡа аш-һыу әҙерләү мастер-кластарында ҡатнаша, ижади коллективтарҙың сығыштарын ҡарай ала. Стәрлебаштарҙы 8 сентябрҙә һайлау участкаларына ғына түгел, мәҙәни-киң күләмле сараларға ла саҡырабыҙ!

Мәҙәниәт бүлеге.
Читайте нас