Новости
6 Сентябрь 2019, 06:26

Балаһын күршеһенә биргән

Баланы ҡурсаҡ урынына ла күрмәй башланы хәҙер ата-әсә. Йә ташлап китә, йә ҡарамай, йә бөтөнләй үлтерә. Кемерово ҡалаһындағы йәш ата-әсәгә яңы тыуған сабыйҙары күңел асырға ҡамасаулай.

Барыһы ла шунан башлана: 19 йәшлек әсәй кешенең дуҫтарына барып күңел асҡыһы килә. Ул күп уйлап тормай, сабыйын үҙе кеүек үк йәш иренә ҡалдыра ла, сығып китә. Атай кеше ай ярымлыҡ ҡыҙы менән дүрт көн ултыра ла... ялҡа. Ҡулымдан килмәне ти ҙә, баланы күрше ҡатынға индереп бирә һәм юҡҡа сыға.

Эйе, кемдер ваҡытлы ғына ҡалдырып торғандыр тиер. Юҡ шул, атай кеше хатта баланың документтарын да ҡалдырып китә. Башына бындай “бәхет” килеп төшкән күрше аптырағас, баланы медицина учреждениеһына алып бара һәм полицияға хәбәр итә.

Аҙаҡ асыҡланыуынса, ҡыҙсыҡтың ата-әсәһе был көндәрҙә эсеп ята. Хәҙер уларға штраф янай – 500 һум. Әллә инде был ғына штраф уларҙы аҡылға ултыртырмы икән? Башҡа ваҡыт сабыйҙарын яңғыҙын өйҙә ҡалдырып бер айға сығып китмәгәйҙәре...Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас