019 йылдың 1 июленән “Күп фатирлы йорттар төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыу тураһында” федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер төҙөлөштә ҡатнашыусы ойошмалар фатирҙы яңы ҡағиҙәләргә ярашлы эскроу-иҫәптәр аша һатырға тейеш.
Был мәсьәлә Рәсәй етәкселеге, Хөкүмәт ағзалары ҡатнашлығында үткәрелгән кәңәшмәләрҙә лә бер нисә тапҡыр төп тема булараҡ күтәрелде. Шундай һөйләшеүҙәрҙең береһендә ил Президенты Владимир Путин: “Яҡын арала “алданған өлөшсө” тигән хурлыҡлы һүҙбәйләнештән ҡотолоу өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләргә тейешбеҙ”, – тип белдергәйне.
Мәсьәлә быға тиклем беҙҙең республикала ла ҡырҡыу торҙо. Башҡортостанда алданған өлөшсөләр һаны яҡынса һигеҙ мең кеше тәшкил итә. Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров даими үткәрелеп килгән “Төҙөлөш сәғәте” барышында: “Алданған өлөшсөләр булған һәр йортто төҙөп бөтәсәкбеҙ. Республикала ундай бер йорт та ҡалмаясаҡ”, – тип сығыш яһағайны.
Ысынлап та, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Былтырғы йылдың октябренән 568 ғаилә фатир мәсьәләһен ыңғай хәл итеүгә өлгәшкән. “Көмөш шишмә”, “Яңы Булгаков” торлаҡ комплекстарынан фатир алыусылар күптән көткән бәхеткә эйә булды, башҡа объекттар буйынса ла эш бара, күптәрҙә, ниһайәт, йылдарға һуҙылған проблема ыңғай хәл ителәсәк, тигән өмөт барлыҡҡа килде.
Төҙөлөш менән булышыусы бәғзе бер намыҫһыҙ әҙәмдәр кешеләрҙең аҡсаһы менән нисек теләй, шулай ҡуллана. Мәҫәлән, йыйылған аҡсаға коттедждарҙан торған ҡасаба төҙөп, уны яйлап һатып, килгән аҡсаға тәүге күп ҡатлы йортто күтәрә башлай. Беренсеһен төҙөүгә аҡсаһы бөтһә, икенсеһенә тотона һәм, тағы аҡса йыйып, тәүге төҙөлөшөн саҡ тамамлап ҡуя. Бына ошоноң ише аңлайышһыҙ схемалар арҡаһында аҡса тулыһынса сарыф ителеп бөтә, төҙөлөш туҡтай, компания бөлгөнлөккә тарый.
Намыҫһыҙ эшҡыуарҙарҙы яңынан тәрбиәләү, ғәҙел эшләргә өйрәтеү мөмкин түгел, шуға күрә дәүләт эскроу алымын ҡулланырға ҡарар итте.
Эскроу – ул банкта асылған махсус иҫәп, уның ярҙамында ҙур суммалағы алыш-бирештәрҙе максималь рәүештә хәүефһеҙ башҡарырға мөмкин. Был осраҡта банк аралашсы һәм гарант сифатында сығыш яһай. Һатып алыусының эскроуға кәрәкле сумманы һалыуын, ә һатыусының килешеүҙә күрһәтелгән барлыҡ талаптарҙы теүәл үтәүен тап ул күҙәтә. Барлыҡ ҡағиҙәләр үтәлгән осраҡта ғына, банк иҫәптән файҙаланырға, аҡсаны алырға рөхсәт бирә.
Быны миҫал рәүешендә ҡарайыҡ. Фатир һатыусы менән һатып алыусы банкка барып бер айға эскроу-иҫәп астыра. Тәүгеһе фатирҙы һатып алыусының исеменә күсереп, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан (ЕГРН) күсермә йәки Росреестрҙа теркәлгән алыш-биреш килешеүе килтерергә, икенсеһе, йәғни һатып алыусы, тейешле сумманы иҫәпкә һалырға тейеш. Барлыҡ документтар теүәлләнеп бөткәс, банк һатыусыға иҫәп менән ҡулланырға рөхсәт бирә, артабан аҡса уның иҫәбенә күсерелә.
Әгәр билдәләнгән ваҡыт арауығында алыш-биреш аҙағынаса еткерелмәһә, банк иҫәпте яба һәм аҡсаны һатып алыусыға кире ҡайтара. Документтар теүәлләү эше һуҙылып китһә, килешеүҙең ваҡытын оҙайтырға мөмкин, әммә, ғәҙәттә, бының өсөн банк өҫтәмә комиссия ала.
Эскроу-иҫәп астырыуҙың иң оҙайлы ваҡыты – биш йыл. Ошо ваҡыт үткәндән һуң, аҡса һатып алыусыға кире ҡайтарыла.
Өлөшләтә төҙөлөштә был алым нисек эшләй?
* Иң тәүҙә өлөшләтә төҙөлөш хаҡында килешеү төҙөлөп, ул Росреестрҙа теркәлергә тейеш.
* Тәүге иғәнә, айлыҡ түләүҙәр, шулай уҡ ипотека түләүҙәре төҙөлөштө алып барыусыға түгел, ә банктағы эскроу-иҫәпкә күсә бара. Төҙөлөш компанияһы иҫәптәге аҡсаны йортто тулыһынса төҙөп бөтөп, торлаҡ хужаларына тапшырғандан һуң ғына алыу хоҡуғына эйә.
Ә төҙөлөш эштәрен ниндәй аҡсаға алып барырға? Әлеге банк төҙөлөш компанияһына ҙур булмаған процент менән кредит бирәсәк. Банктар ул сумманың нисек тотонолоуын контролдә тота, сөнки ойошма уны аныҡ торлаҡ комплексы өсөн генә тотона ала. Һөҙөмтәлә төҙөлөш ойошмаһы артыҡ проценттар түләмәү һәм өлөшсөләрҙең аҡсаһын тиҙерәк алыу маҡсатында төҙөлөштө ваҡытында тамамларға тырышасаҡ. Йәғни объект төҙөлөп бөтмәгән осраҡта һатып алыусыға түгел, ә төҙөлөш компанияһы менән банкка зыян күреү хәүефе янай. Әгәр ойошма банкротҡа әйләнһә, банк иҫәпкә рөхсәт аса һәм кешеләр үҙ аҡсаһын кире ала. Әгәр инде банк менән берәй хәл булһа, аҡсаны Иҫәптәрҙе страховкалау агентлығы кире ҡайтарасаҡ. Эскроу, башҡа ғәҙәти иҫәптәр кеүек үк, страховкалана, уның буйынса ҡайтарылған сумманың иң ҙур өлөшө 10 миллион һумға тиклем тип билдәләнә.
Банктар хаҡында ла айырым әйтеп үтергә кәрәк: иҫәпте ҡайҙа астырыуҙы төҙөлөш ойошмаһы етәкселеге үҙе хәл итә, әммә ул Үҙәк банк тарафынан булдырылған исемлеккә ингән, кредит биреү йәһәтенән юғары рейтингка эйә банк булырға тейеш. Башҡортостанда әлегә эскроу буйынса эшләгән банктар күп түгел: Һаҡлыҡ банкы, “Банк Дом.рф”, ВТБ, “Открытие” һәм “Газпромбанк”. Июль башынан төҙөлөш ойошмалары тарафынан 36 ғариза бирелеп, 14 килешеү төҙөлгән.
Фатирҙы ипотекаға алған осраҡта мотлаҡ төҙөлөш ойошмаһы һайлаған банкка мөрәжәғәт итеү шарты юҡ, быны һәр кем үҙе өсөн ҡулай башҡа банк аша ла эшләй ала. Әммә шуныһы бар: ипотека кредитын башҡа банкка күсергән өсөн комиссия түләргә тура килеүе ихтимал.
Әлеге көндә төҙөлөш эштәре тамамланыуға яҡынлашҡан объекттарҙы элекке ҡағиҙәләр менән һатырға һәм һатып алырға мөмкин. Башҡортостанда бындай төҙөлөштәр һаны яҡынса дүрт йөҙҙән ашыу, уларҙың дөйөм майҙаны йыллыҡ торлаҡ төҙөлөшө күләменә тиң. Йәғни киләһе бер-ике йылда яңы ҡағиҙәләр буйынса ғына түгел, элекке шарттар менән дә фатир һатып алырға мөмкин. Әлбиттә, ҡайһы алымды һайлауҙы һәр кем үҙе хәл итә, ә бына уларҙың ҡайһыһының хәүефһеҙерәк булыуы хаҡында бәхәстең булыуы мөмкин дә түгел...