Иран хәбәрсеһе Масих Алинежадтың интернет селтәренә ҡуйған видеоһын ҡарап күптәрҙең ҡото алынған: кадрҙа һаҡаллы оло ир заты менән кескәй генә ҡыҙҙың туй тантанаһы бара. Йорт тулы ҡунаҡ: бейейҙәр, йырлайҙар, күңел асалар, түргә иһә йомшаҡ диванға кейәү ҡунаҡлаған, ә уның янында ултырған йәш "кәләш" әленән-әле күҙ йәштәренә ирек бирә...
Был ғәҙәти булмаған туй Ирандың Кохгилуйе һәм Бойерахмед провинцияларында теркәлгән, ә туйға тиклем, имеш, кейәү ислам округ суды аша никахҡа рөхсәт алған.
Видео киң йәмәғәтселеккә билдәле булғас, кейәүҙең “Басидж” ярым-хәрби формированиеһы ағзаһы булыуы асыҡланған. Уға 28 йәш түгел, ә 22 йәш булған икән...
Шуныһы ҡыҙыҡ: кейәү әлеге туйҙың ваҡытлы булыуын белдерә. Кейәү шулай уҡ уны педофил тип атаған журналистарҙы судҡа бирергә йыйыныуын да белдергән. Ҡыҙҙың ата-әсәһе лә "әлеге туй йәштәргә танышыр өсөн генә ойошторолдо, улар ир менән ҡатын булып кәләшкә 13 йәш тулғас ҡына йәшәй башлаясаҡтар" тип еткергән. Ә ниңә туйҙы бөгөн үткәреү кәрәк булған һуң, ҡыҙыҡ.
Йәмәғәтселек баҫымы аҫтында суд әлеге туйҙы ғәмәлдән сығарған.Башҡортостан гәзитенән.