Тап шуға ла Элеутера утрауында (Кариб диңгеҙе) һимеҙҙәргә айырым ял йорто бар. Унда ябыҡ йәки ауырлығы нормала булған кешегә урын юҡ. Үҙенсәлекле ял йортонда барыһы ла уйланылған: ятаҡтар, креслолар ғәҙәттәгенән ҙурыраҡ, ныҡлыраҡ итеп эшләнгән. Бүлмәләрҙә карауаттарҙы ла өҫтәмә беркеткәндәр, иркен итеп яһағандар.