Белорет районының Тирлән менән Үрге Арша ауылдары араһындағы юлдың торошо күптәрҙә борсолоу тыуҙыра, сөнки уның ситтәрендә үлән сабылмаған, ағас ҡыуаҡлыҡтары баҫҡан, юл билдәләре лә юҡ хәлендә. Етмәһә, Верхнебельский менән Мәхмүт ауылдары араһындағы юл ямғырҙар мәлендә батҡаҡҡа әйләнә.
Әйткәндәй, республика етәксеһе Радий Хәбиров юлдар торошон тәртипкә һалыуға ҙур иғтибар бирә. Хөкүмәт йортонда уҙған кәңәшмәлә юл ситтәренең сабылмауын, ҡаралмауын тәнҡитләне. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе етәксеһенә юлды даими таҙартып торорға кәрәклеген тағы ла иҫенә төшөрҙө. Шулай уҡ Контроль идаралығы эшмәкәрлеген көсәйтергә ҡушты.
"Улар аҙна һайын сығып йөрөргә тейеш. Контроль хеҙмәткәрҙәрҙең һанын арттырырға, машина бүлергә кәрәк. Райондар буйлап йөрөһөндәр, ҡайҙа хәлдәр нисек икәнен тикшереп торһондар. Юлдағы барьер буйында үлән үҫеп ултырғанын бер ваҡытта ла күргәнем булманы!" –