Сайттарҙы берҙәм дизайнға күсереү көнүҙәк һәм ҡыҙыҡлы яңылыҡтарҙы беренсе юлға сығарырға ярҙам итәсәк. Барлыҡ мәғлүмәт бер урында һәм аңлайышлы формала башҡорт һәм рус телдәрендә булыр тип көтөлә. Бынан тыш, һәр сайтта дәүләт тармаҡтарының һылтанмалары урынлаша.
Яңылыҡҡа республиканың Кушнаренко, Благовещен райондары һәм Нефтекама ҡалаһы ҡушыла. Проекттың пилот версияһында ошо төбәктәрҙең хакимиәт сайттары ла ҡатнаша. Киләһе йылдан республиканың бөтөн ойошмаларын һәм муниципалитеттарын яңы платформаға күсереү планлаштырыла.
Республика яңылыҡтарынан.