Ағаһының өйөндә сәй эсеп гәпләшеп ултырғанда, ҡустыһы йүгереп килеп: «Баттылар, баттылар», – тип ҡысҡыра. «Ҡайҙа? Урынын күрһәт!» – ти ҙә йәнфарман йылғаға йүгерә егет.
Тиҙ генә сумып, һыу аҫтына киткән ҡыҙыҡайҙы тартып сығара. Ярҙағы балалар унда тағы малай ҙа барлығын әйтә. Артем уны ла эҙләй башлай. «Малайҙы табыуы ауырыраҡ булды, 15 секундтай эҙләнем, сөнки һыу төбөндә үлән күп ине», – ти ул.
Бәхеткә күрә, 5-7 йәшлек балалар иҫән ҡала. Ауыл кешеләре килеп етеп, тиҙ ярҙам күрһәтә. Баҡтиһәң, балалар йылға аша сыҡҡан күперҙә уйнап йөрөгәндә һыуға ҡолап төшкән. Башта тиҫтерҙәре, уларҙы сығарырға уйлап, таяҡ һуҙып маташа, шуның менән саҡ ҡәҙерле секундтарҙы юғалтмайҙар… Ярай әле ҡыйыу Артем була, юғиһә, хәлдең ни менән бөтөрөн уйлауы ла ҡурҡыныс.
Иҫән ҡалған балаларҙың ата -әсәһе тубыҡланып уға рәхмәт әйтә. Батырлығы өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының юғары наградаһына тәҡдим итәләр. Әммә ул үҙенең ҡылығын бер ҙә батырлыҡ тип һанамай.