Новости
5 Сентябрь 2019, 05:50

"Ғаиләмде кем ҡарар?"

Белорет ҡалаһынан 38 йәшлек ир вахта ысулы менән Cанкт- Петербургта эшләп йөрөгән.

Төньяҡ баш ҡалала фатирға түләп йәшәгән. Ғаиләһе менән көн дә һөйләшеп торған. Һуңғы көндәрҙә иһә бәйләнешкә инмәй башлағас, ҡатыны полицияға мөрәжәғәт итә.


Хоҡуҡ һаҡсылары һәм фатирҙың хужаһы ир йәшәгән урынға килә һәм уны иҙәндә ятҡан килеш таба. Табиптар уның дарыуҙарҙан ағыуланғанын асыҡлай. Өҫтәүенә, дауаханаға алып барғас, ирҙең онкологик сирле булыуын да билдәләйҙәр – ҡан тамырында, һөйәктәрендә, бауырында метастазалар башланған.


Дүрт көндән һуң яҡташыбыҙ Питер дауаханаһында йән бирә...Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас