Баш ҡаланың хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан, ғәйепләнеүсе ир ҡулға алынған. Асыҡланыуынса, яуыз ниәтле ир үҫмер егеткә ташлана, газ баллонын сығарып ҡорбанының йөҙөнә һиптерә. Үҫмерҙең күҙенә газ эләккәс, ул йығыла, ә теге ир, форсаттан файҙаланып, егеттең пакетын тартып ала ла енәйәт урынынан һыпырта. Ә пакет эсендә 300 мең һумлыҡ кроссовка ятҡан була.
Тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсенең йәшәү урынын асыҡлап, уны ҡулға ала. Уғрының 22 йәшлек Мәскәү өлкәһе кешеһе икәне билдәле булған. Уның фатирында медицина маскаһы менән балаклава табылған.Башҡортостан гәзитенән.