Новости
4 Сентябрь 2019, 08:19

Өфө үҙәгендә – мәйет…

Бөгөн баш ҡала үҙәгендә иртән үтеп барыусылар яланғас ҡатын мәйетенә тап булған.

Киров урамында ятҡан кәүҙәне клеенка менән ҡаплағандар. Ваҡиға урынына “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре килгән.


Ул арала социаль селтәрҙәрҙә ваҡиғаның айышына төшөнә алмай бәхәс ҡупҡан. Кемдер ҡатынды үлтергәндәр тиһә, бәғзеләр ул тәҙрәнән ҡолап төшкән тип белдергән.


Тәфтиш комитеты белдереүенсә, әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара, шаһиттарҙан һорау алына.


Алдан билдәләнеүенсә, әлегә хәлдең криминалға бәйле булыуы асыҡланмаған.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас